ҠАСҠЫН ҺАМАРОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы Мостафа а. башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Поход старшинаһы (1773). 1771—73 йй. Речь Посполитаяға ебәрелгән башҡ. ғәскәренең 10‑сы төркөмө командиры. Баш күтәреүселәргә 1773 й. окт. ҡушыла. 12 окт. Ҡ.Һ. отряды Воскресенка заводын (баш күтәреүселәр армияһына 600‑гә яҡын завод крәҫтиәне йәлеп ителә), 19 нояб. Өфө провинцияһының Стәрлетамаҡ пристанен (баш күтәреүселәргә 600‑гә яҡын башҡорт һәм мишәр ҡушыла), һуңыраҡ Табын ҡәлғәһен баҫып ала. Дек. алып Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәге етәкселәренең береһе. Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша, 6 дек. Ҡазан даруғаһы Аҡбаш а. янында Речь Посполитаянан ҡайтҡан 400‑гә (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 700‑гә) яҡын башҡортто баш күтәреүселәр яғына ауҙара. 1774 й. март аҙағында ғәйебен танып И.И.Михельсонға, окт. И.Л.Тимашевҡа (ҡара: Тимашевтар) килә; май—сент. Ҡаранай Моратов, Ҡәнзәфәр Усаев һәм Салауат Юлаев м‑н берлектә Нуғай даруғаһында көрәште дауам итә. Ҡазан йәшерен комиссияһында һәм Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү аҫтында була. 1775 й. мартында азат ителә. 1777 й. Тамъян улусы старшинаһы була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.