ҠАСҠЫН ҠУРҒАНДАРЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 14—13 бб. ҡарай. Бишбүләк р‑ны Ҡасҡын а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М. Кинйәбаев тарафынан асыла һәм 1967 й. өйрәнелә, 1976 й. А.Х.Пшеничнюк, 1978—80 йй. Р.Ә.Ниғмәтуллин тикшерә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай (диам. 11—23 м, бейеклеге 0,2—1,2 м). 36 ҡурғандан тора, 27‑һе (65 ҡәбер) ҡаҙылған. Өйрәнелгән ҡурғандарҙың күпселегендә 1—4, икеһендә — 10 һәм 15 ҡәбер булған. Мәйеттәр тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып (көнсығышҡа йәки көнбайышҡа ауыштырып) ерләнгән. 6 парлап ерләү осрағы теркәлгән; мәйеттәр һул йәки уң ҡабырғаһына һалып, башы м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Бер ҡәберҙән торған ҡурған айырылып тора. Мәйет һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һа- лып, башы м‑н төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән; соҡор өҫтө бүрәнә һәм туҙ м‑н ҡапланған, төбөнә аҡбур һәм үлән түшәлгән. Керамика тешле штамп, һырҙар баҫып кәкерсәктәр һәм өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән банка рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәберҙә ш. уҡ бронза беләҙектәр, муйынсаҡтар, ҡаптырмалар, сикә сулпылары (ш. иҫ. алтын фольга м‑н тышланғандары), балыҡтың умыртҡа һөйәгенән эшләнгән муйынсаҡтар, йәнлектәрҙең ҡаҙыҡ тештәре һәм тырнаҡтарынан эшләнгән сулпылар табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Морозов Ю.А., Нигматуллин Р.А. Погребальные памятники срубной культуры бассейна реки Дёма (Башкирское Приуралье). Уфа, 2003.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.