ҠАСҠЫН, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Санъяп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 43 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта  Урманташлы й. (Ташлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 184 кеше; 1920 — 258; 1939 — 237; 1959 — 286; 1989 — 179; 2002 — 196; 2010 — 164 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Исем урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Таллы исеме м‑н нигеҙ һала, 1754 й. алып билдәле. 1795 й. (хәҙ. исеме м‑н, улус старшинаһы Ҡасҡын Өсәйенов исеменән) 7 йортта 64 кеше йәшәгән, 1866 й. 24 йортта — 130 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, грамота мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.