ҠАСИЯР, Борай р‑нындағы ауыл, Таҙлар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 17 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 422 кеше; 1920 – 434; 1939 – 337; 1959 – 345; 1989 – 240; 2002 – 204; 2010 – 191 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Таҙлар урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. башында керҙәшлек килешеүе (1722 й. теркәлгән) б‑са Уҫы даруғаһы Таҙлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә удмурттар нигеҙ һала. Шулай уҡ Вотяк Таҙлары исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 280 кеше йәшәгән, 1965 й. (Ҡасияр‑Таҙлар исеме м‑н иҫәпкә алынған) 117 йортта – 672 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея һәм шарап кибете теркәлгән. 19 б. 70‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.