ҠАСИМОВА Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы (9.6.1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), педагог. Проф. (1997). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1984), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2003), Удмурт Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2014) Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) 1965 й. тиклем А.Шогенцуков ис. Ҡабарҙы‑Балҡар драма театры (Нальчик) актрисаһы, 1968—71 йй. һәм 1972 й. алып ӨДСИ‑лә (1982—84 йй. театр ф‑ты деканы, 1997—99 йй. режиссура һәм актёр оҫталығы каф., 2008—13 йй. режиссура каф. мөдире) уҡыта, 1971—72 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының театр бүлеге мөдире.

Ҡ. БР һәм РФ театрҙары өсөн актёрҙар, реж. әҙерләүсе төп белгестәрҙең береһе. Уҡытыу эшендә сәнғәт кешеһендә иң элек шәхес формалаштырыуға иғтибар бирә. Уҡыусылары араһында З.Ғ.Баязитова, И.И.Ғәзетдинова, Б.Н.Ибраһимов, И.Б.Кәлимуллин, А.В.Кузьменко, С.Ҡорбанғәлиева, Ә.Ҡ.Сафиуллин, Х.Ғ.Үтәшев, Р.Р.Фәхруллина, О.З.Ханов, Удмурт Респ. халыҡ артистары А.Д. Баймырҙин, Г.И.Бекманов, А.Я.Лазарева бар. Сәхнәлә ҡатын‑ҡыҙҙарҙың ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле сағыу образдарын тыуҙыра: Варка (“Бәхетһеҙ мөхәббәт”, И.К.Карпенко- Ка- рогоның “Бәхетһеҙ” — “Бесталанная” пьесаһы б‑са; дебют, 1959, БАДТ), Маша (“Ленинград проспекты” — “Ленинградский проспект”, И.В. Шток), Беатриса (“Күҙгә күренмәгән ханым” — “Дама‑невидимка”, П.Кальдерон), Валя (“Платон Кречет”, А.Е.Корнейчук) һ.б. образдар. Салауат башҡорт драма театрында Н.Асанбаевтың “Ҡыҙлы йорт” (1982); Туймазы татар драма театрында А.Бурактың “Юлиә” (“Юлия”) пьесаһы б‑са “Һин минең мөхәббәтем” (“Ты моя любовь”, 1996), “Ай тотолған төндә” (1997); Милли Йәштәр театрында М.А.Буранғоловтың “Шәүрә” (2000) һ.б. спектаклдәрен ҡуя. К.Тинчурин ис. Респ. театр фестивале лауреаты (Ҡазан, 2000). М.И.Царёв ис. пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Организация творческого процесса студентов актёрского отделения. Уфа, 1988.

Әҙәб.: Фардуна Касимова: Театр – моя жизнь. Уфа, 2014.  

 

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.