ҠАСИМОВ Эльвир Әбүбәкер улы (26.11.1979, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), спортсы. Кикбоксинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000). БДУ‑ны тамамлаған (2005). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров). Кикбоксинг б‑са донъя чемпионы (2000), Рәсәй кубоктарын (2002—03) яулаусы. Бокс б‑са Рәсәй чемпионатының (2000) бронза призёры, студенттар араһында Рәсәй чемпионы (1999—2001).

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.