ҠАСИМОВ Салауат Фитрат улы (19.12.1934, Белорет ҡ.), тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1962) 1964 й. тиклем һәм 2000—03 йй. шунда уҡ эшләй. 1967 й. алып БДПИ‑ла уҡыта, 1990 й. — ТТӘИ‑нең өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1995 й. иң яңы тарих бүлеге мөдире, 2003—14 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгенең баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостандың иң яңы тарихына, башҡорттарҙың автономия төҙөү хәрәкәтенә (ҡара: Башҡорт милли хәрәкәте) һәм милли дәүләт ҡоролошо мәсьәләләренә арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2009), БР ФА‑ның Зәки Вәлиди ис. пр. (2004) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), Салауат Юлаев (2014) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Автономия Башкортостана: становление национальной государственности башкирского народа (1917—1925 гг.). Уфа, 1997; Развитие государственности Башкирской АССР в 1926—1945 годах. Уфа, 2006; Национально-государственное строительство в Башкортостане. XX век. Уфа, 2014.

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.