ҠАСИМОВ Рәйес Шәйәхмәт улы (15.1.1936, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а. – 18.7.2012, Өфө), журналист. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991). Журналистар союзы ағзаһы (1969). БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1959 й. алып “Ленинсы” гәз., 1966 й. мартынан БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар һәм ТВ б‑са ком‑ты, 1966 й. дек. алып “Совет Башҡортостаны” гәз., 1973 й. — “Кызыл таң” (1978—92 йй. бүлек мөдире, 1996—97 йй. яуаплы секретары), 1999—2006 йй. “Өмет” гәз. хеҙм‑ре. Респ. сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни тормошо т‑да мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1992).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке