ҠАСИМОВ Рафаил Ғабдулхай улы (2.7.1947, Слупск ҡ., Польша), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1993). Композиторҙар союзы ағзаһы (1983). Ҡазан консерваторияһында уҡыған (1966—68), ӨДСИ‑не тамамлаған (1973; З.Ғ.Исмәғилевтең композиция класы, Л.А.Франктың фп. класы). 1968—69 йй. Глазов пед. ин‑тында (Удмуртия) уҡыта, 1972— 78 йй. Башҡ. филармонияһының муз.‑әҙәби лекторийының художество етәксеһе, 1988 й. баш реж., 1979— 2010 йй. Н.Сабитов ис. 1‑се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы һәм концертмейстеры, бер үк ваҡытта 2000—09 йй. 8‑се балалар музыка мәктәбе концертмейстеры булып эшләй (Өфө). Ижадында симфоник һәм камера‑инструменталь музыкаға өҫтөнлөк бирә. Ҡ. симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәре аныҡ һәм тәрән фекерле булыуы, форма яһалышында теүәл логикаға буйһоноуы м‑н айырылып тора: фп. һәм оркестр өсөн Концерт (1973), 10 симфония (1984, 1997, 1999, 2000, 2002, 2002, 2004, 2007, 2008, 2009), Диптих (1992), Увертюра (1995); камера оркестры өсөн әҫәрҙәрендә фольклор һәм классик музыка интонацияларының нескә берләшеүе күҙәтелә: фп. һәм камера оркестры өсөн 1‑се (1979) һәм 2‑се (1981) Концертино, Диптих (1980); камера‑инструменталь музыкаһына сағыу образлылыҡ һәм тәьҫирлелек хас: Фортепиано квинтеты, фп. өсөн 6 сюита, флейта, гобой, кларнет өсөн сонаталар, орган өсөн Каприччио һ.б. Ижадында балалар музыкаһы айырым урын алып тора (әкиәттәр өсөн музыка, 150‑нән ашыу йыр һәм пьеса). Башҡ. халыҡ йырҙарына эшкәртмәләр, популяр көйҙәрҙе фп. дүрт ҡул м‑н уйнар өсөн аранжировкалар авторы. Б.В. һуғышында Еңеүгә (1995, 2000) һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы муз. әҫәрҙәр респ. конкурстары лауреаты (2004; бөтәһе лә — Өфө); Халыҡ-ара фп. дуэттары өсөн муз. әҫәрҙәр конкурстары дипломанты (Токио; 1993, 1997). БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2004). Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2010).

Хеҙм.: Пьесы для скрипки и фортепиано. Уфа, 1991; Сочинения для фортепиано. 1–я тетр. Уфа, 2006; Пьесы для саксофона и фортепиано. Уфа, 2006.

Әҙәб.: Латыпова Л. Зеркало для Маэстро: беседы с Рафаилом Касимовым. Уфа, 2007.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова