АМАНГИЛДЕ, Тоҡомбәт, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 336 кеше; 1920 — 228; 1939 — 479; 1959 — 420; 1989 — 571; 2002 — 835; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

1816 й. һәм 1834 й. араһында Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Тоҡомбәт (фаразланыуынса, улус старшинаһы Тоҡомбәт Әлимбәтов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. уртаһынан хәҙ. исемен йөрөтә (ауыл кешеләренең береһенең исеменән, уның улдары Ыласын, Тайсы һәм Мөхәмәтғәле Амангилдиндар билдәле). 1866 й. 32 йортта 233 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне булған. В.Н.Тайсин, Ә.Әхмәт-Хужа ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке