ҠАСИМ ЯРУСЫ (Рязань өлк. Ҡасим ҡ. исеменән), карбондың өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Мәскәү ярусы һәм гжель ярусы араһында урынлашҡан. Б.М.Даньшин тарафынан айырып күрһәтелә (1947). Диңгеҙ карбонат һәм терриген ултырмаларҙан тора. Фораминиферҙар, мәрйендәр, брахиоподтар, бүздәктәр, энәтиреләр, конодонттар хас. Кревякин, хамовничий, дорогомиловка горизонттарына бүленә; түбәнге икәүһе ломов ярым горизонтына берләшә. Йылайыр синклинорийында ш. уҡ урындағы абҙан һәм ейәнсура (аҫҡы өлөшө) горизонттарына айырыла. Ҡ.я. ҡатламдары фациаль рәүештә көнбайыштан көнсығышҡа табан үҙгәрә. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә һыҙатланған карбонат һәм балсыҡлы ултырмаларҙан ғибәрәт; ҡалынлығы 70—200 м. Урал алды бөгөлөндә эзбизташтарҙан, доломиттарҙан, ҡайһы саҡта юғары кремнезёмлы аргиллиттарҙан тора, ҡалынлығы 150 м тиклем. Өфө амфитеатрында һәм Йылайыр синклинорийында флиш ултырмалары үҫешкән, ҡалынлығы 700 м ашыу.

Әҙәб.: Опорные разрезы верхнего карбона и нижней перми западного склона Урала и Приуралья. Свердловск, 1990.

Е.И.Кулагина

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке