ҠАСИМ, ауыл, 1988 й. алып Өфө эсендә. Ауылға яҡынса 1600 й. сит ил кешеләре Ҡасимовтарҙың (ҡара: Яңы суҡындырылған һәм сит ил кешеләре исемлегенә ингән хеҙмәтле кешеләр) ауылы булараҡ Шаҡша й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында нигеҙ һалына. Шулай уҡ Никольский [Н.С.Зубов (С.Т.Аксаковтың олатаһы) төҙөгән сиркәү атамаһы б‑са], Гриневичевка (хужаһы С.П.Гриневичтың фамилияһы б‑са) исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 28 йортта 122 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ сиркәү-мәхәллә мәктәбе, шарап һәм бакалея кибеттәре, мөгәзәй теркәлгән; Пригодиндың усадьбаһы иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 208 кеше; 1920 — 380; 1939 — 363; 1959 — 280 кеше. 1988 й. ҡарай Өфө р‑нының Князевка а/с ҡараған, хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһының бер өлөшө (Гвардия урамы). Г.И.Салманов ошо ауылда тыуған.

З.И.Гудкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке