ҠАСАБАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ. Ҡотоҡ төбәгендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, өҫкө девон һәм аҫҡы карбон эзбизташтарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәге ауыш коридорҙан тора. Оҙонлоғо 137 м, киңлеге 2,1 м, уртаса бейеклеге 4,1 м, амплитудаһы 35 м, майҙаны 246 м2, күләме 860 м3. Арка рәүешендәге ауыҙы (киңлеге 7 м, бейеклеге 2 м) Ташлы Өй үҙәненең уң битләүендә түңәрәк соҡорҙа (диам. 35 м тиклем) урынлашҡан. Коридорының стеналары һәм иҙәне боҙ (ҡалынлығы 0,7 тиклем) м‑н ҡапланған. Коридорҙан төньяҡ һәм төньяҡ‑көнбайыш йүнәлештәге үткелдәр (оҙонлоҡтары 5—25 м) китә. Иҙәне балсыҡ м‑н ҡапланған, ҙур кальцит киҫәктәре һәм һарҡыуҙары осрай. Т‑раһы 1—3оС.

Ю.В.Соколов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке