ҠАРЫШЛАҠ КҮБӘЛӘКТӘР (Geometridae), күбәләктәр ғаиләһе. Яҡынса 25 мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда Ҡ.к. 500‑ҙән ашыу төрө (йәшел, крыжовник, слива һ.б.) бар. Ҡанаты йоҡа, ҡоласы 1,3—5, эре ләренең — 8 см тиклем, ҡайһы бер төрҙәрҙә инә күбәләктәр ҡыҫҡа ҡанатлы йәки ҡанатһыҙ. Алғы ҡанаты киң, өсмөйөшлө, башлыса һоро, көрән, һарғылт көрән төҫтә, арҡыры буйҙар йәки һыҙыҡтар м‑н, артҡыһы түңәрәк, аҡһыл йәки һорғолт, тышҡы сите буйлап ҡарараҡ төҫтә. Тыныс хәлдә ҡанаттары башлыса яҫы. Башы бәләкәй, йомро; күҙе яланғас йәки ҡыҫҡа төк м‑н ҡапланған. Томшоғо оҙон, ҡайһы берҙәренеке редукцияға бирелгән. Инә күбәләктәрҙең мыйығы еп, шырт рәүешле, аталарыныҡы — тараҡ рәүешендә, ян-яҡ үҫентеләре керпек шәлкемдәре м‑н. Аяғында оҙон сәнскеләр һәм тибенгеләр бар. Йомортҡаларын ботаҡтарҙың һәм япраҡтарҙың аҫҡы яғына, ҡайһы берҙә үҫемлектәрҙең емештәренә, ҡышҡы Ҡ.к. — ағас бөрөләренә һала. Ҡарышлауыҡтары һорғолт йәки йәшкелт төҫтә, 2 пар ҡорһаҡ аяғы м‑н. Үрмәксе ауынан яһалған ҡуҙыларҙа ағас ботаҡтарында, ҡайһы бер төрҙәре — үҫемлектәрҙең төрлө өлөштәренән эшләнгән тышсаларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтары шыма, ҡыҙғылт көрән, йәшел, һары, һоро төҫтә. Бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары йәки ҡурсаҡтары, һирәгерәк йомортҡалары ҡышлай (тупраҡта). Эңерҙә һәм төндә, ҡайһы берҙә көндөҙ әүҙем. Ҡарышлауыҡтары — бөрө, япраҡ, сәскә бөрөһө, һирәкләп ике өлөшлөләрҙең орлоғо, имагоһы сәскә нектары м‑н туҡлана, ҡайһы бер Ҡ.к. туҡланмай. БР-ҙа бөтә ерҙә таралған. Күпселек Ҡ.к. — ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.