ҠАРЫЙ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Ҡарый а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 20 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта Ҡайынлыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 517 кеше; 1920 – 376; 1939 – 448; 1959 – 394; 1989 – 446; 2002 – 491; 2010 – 505 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Арлан интернат-мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) телдән керҙәшлек килешеүе б‑са (ҡара: Бобылдәр) Ҡорый исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 44 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 46 йортта 321 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 5 һыу тирмәне булған. 1906 й. грамота мәктәбе, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.