АМАНГИЛДЕ, Сансар, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 228; 1939 — 241; 1959 — 171; 1989 — 95; 2002 — 138; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға Ырымбур ҡаҙна палатаһының 1847 й. указы б‑са Верхнеурал өйәҙе Тиләү улусы Ҡаҙаҡҡол а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Зауряд-сотник Амангилде Һамарғолов исеме м‑н аталған. 1866 й. 35 йортта 164 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018