ҠАРТКИҪӘК, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡарткиҫәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 135 км алыҫлыҡта Асҡыш й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 746 кеше; 1920 – 885; 1939 – 796; 1959 – 924; 1989 – 620; 2002 – 676; 2010 – 512 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Өфө-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 18 йортта 295 кеше йәшәгән, 1865 й. 70 йортта – 524 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1925 й. һуң Ҡ. 19 б. 2‑се ярт. нигеҙләнгән Ҡуяштыр-Күстәй а. ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке