ҠАРТАМАҠ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Таулар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 40 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 705 кеше; 1920 – 802; 1939 – 629; 1959 – 576; 1989 – 358; 2002 – 332; 2010 – 283 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр Ҡарамалытамаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. 73 йортта 472 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡарамалытамаҡ (60‑сы йй. тиклем булған) бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Ҡарамалытамаҡ исемен ала. 30‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров ошо ауылда тыуған.

М.Я.Фәхретдинова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.