ҠАРСЫҒАЛАР (Accipiter), ыласын һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 3 төрө осрай. Ултыраҡ ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 30—60 см, массаһы 120—2000 г. Арҡаһында ҡауырһын ҡапламы зәңгәрһыу ялтырауыҡлы ҡара һоронан алып көрәнгә тиклем (йәш ҡоштарҙа ҡуңыр), ҡорһағы аҡһыл йәки асыҡ һоро, арҡыры ҡарағусҡыл (ҡор ҡарсығаһы), тоноҡ һоро йәки ҡыҙғылт төҫмөрлө көрән (бүҙәнә ҡарсығаһы) һыҙатлы (йәш ҡоштарҙа асыҡ, ҡыҙғылт һары йәки ерәнһыу төҫтә, ҡуңыр йәки балауыҙ-һары төҫтәге сыбарлыҡтар йәки йомро таптар м‑н). Европа ҡарсығаһы аҡһыл боғаҙында буй һыҙат булыуы м‑н айырылып тора. Күҙе ҙур, һары, ҡыҙғылт һары йәки ҡыҙғылт ҡуңыр. Ҡ. ҡаш өҫтөндә аҡ төҫтәге ҡабарынҡылыҡ бар. Суҡышы осло, ырғаҡ һымаҡ. Күпселек төрҙәрҙең ҡанаты ҡыҫҡа, киң, түңәрәкләнгән, осо йырыҡ. Аяғы һары төҫтә, көслө, яҡшы үҫешкән осло ҡара тырнаҡлы, ҡойроғо оҙон. Енси диморфизм хас: инә ҡоштар эрерәк. Моногам. Ағас башында оя ҡора. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, 2—6 аҡһыл, зәңгәрһыу, йәшкелт төҫтәге йәки көрән, ҡайһы берҙә ҡыҙғылт ҡуңыр таптары булған йомортҡа һала. Инә ҡош 32—38 көн баҫа. Ваҡ кимереүселәр, ҡуян һымаҡтар һәм ҡоштар, һирәгерәк ер-һыу хайуандары, һөйрәлеүселәр һәм бөжәктәр м‑н туҡлана. Ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа респ. бөтә терр‑яһында йәшәй. Һирәк осраған бөжәк ашаусыларҙы юҡ итә, һунарсылыҡ хужалыҡтарына зарар килтерә. Һунар ҡошо. Европа ҡарсығаһы РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.