ҠАРМЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 530 кеше; 1920 – 598; 1939 – 403; 1959 – 420; 1989 – 640; 2002 – 687; 2010 – 651 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1759 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ҡармыш Ураҙаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 22 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 85 йортта – 492 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке