“ҠАРМАСАН”, Благовар район мәҙәниәт йорто эргәһендәге киностудия. 1979 й. кино төшөрөүсе һәүәҫкәрҙәр түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. статусын һәм “халыҡ” исемен йөрөтә. 30‑ҙан ашыу документаль фильм төшөрөлә: “Ат көсө” [“Лошадиная сила”, 1983; сценарисы һәм реж. Х.Х.Ишмөхәмәтов, операторы Р.И.Килмәмәтов; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй кинофестивале лауреаты, 1986], “Изгелек донъяны ҡотҡарыр” [“Мир спасёт доброта”, сценарисы һәм реж. Р.Ғ.Ишмәев, операторы Ә.Ш.Ғабдрахманов; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй кинофестивале лауреаты, икеһе лә — Мәләүез ҡ., 1990; Гран-при], “Онотолған ҡарт” [“Забытый дед”, сценарисы, реж. һәм операторы Ә.Ш.Ғабдрахманов; “Еңеү салюты” (“Салют Победы”) Респ. фестивале лауреаты, Өфө, 1995], “Ваҡыт, миһырбан бул беҙгә” [“Время, смилуйся над нами”, сценарисы З.А.Акимова, реж. Ә.Ш.Ғабдрахманов, операторы А.Р.Якиев; “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”) Бөтә Рәсәй кинофестивале лауреаты, Өфө; “Алтын башлы Мәскәү” (“Москва златоглавая”) Халыҡ-ара кинофестивале лауреаты, Мәскәү, Гран-при; икеһе лә — 1999], “Күңел яҡтыһын Һеҙгә ҡалдырам” [“Свет души оставляю Вам”, сценарисы О.А.Митина, реж. Ә.Ш.Ғабдрахманов, операторы А.Ә.Ғабдрахманов; “Ваҡыттар бәйләнеше өҙөлмәҫ…” (И не прервётся связь времён…”) Бөтә Рәсәй фестивале дипломанты, Тверь ҡ. һәм “Ер беҙҙең йортобоҙ, беҙ яҡшы күршеләр” (“Земля наш дом, мы добрые соседи”) Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале дипломанты, Ярославль ҡ., икеһе лә — 2005]. 1998—2006 йй. “Калейдоскоп” киножурналын сығара (аҙнаһына 1 тапҡыр). Етәкселәре: Ишмөхәмәтов (ойоштороусыһы һәм 1‑се етәксеһе), Ишмәев (1988 й. алып), Ә.Ш.Ғабдрахманов (1995 й. алып).

Р.И.Килмәмәтов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.