ҠАРМАСАН, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡармасан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 191 кеше; 1959 – 427; 1989 – 495; 2002 – 629; 2010 – 706 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1929 й. Өфө кантонында Ҡармасан с‑зы ойошторолған ваҡытта нигеҙ һалына. 30‑сы йй. алып Ҡармасан с‑зы фермаһының ҡасабаһы булараҡ теркәлгән, 50‑се йй. башынан — “Шемәк” с‑зының Ҡармасан бүлексәһе. 60‑сы йй. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә. В.М.Йәнгирова ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.