ҠАРМАН‑АҠТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Ямъяҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 393 кеше; 1939 – 446; 1959 – 417; 1989 – 130; 2002 – 96; 2010 – 65 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар.

1849 й. Бөрө өйәҙе Уран улусының Ҡарман а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аҡтау исеме м‑н бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Аҡтай, Ҡарман-Аҡтауыл булараҡ теркәлгән. 1859 й. 29 йортта 135 кеше йәшәгән. 1920 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.