ҠАРМАН ДРЭС-ы, Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. Ҡарман һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Сәғәтенә 950 т быу етештереүсе ҡаҙандарҙан һәм ҡеүәте 300 МВт булған турбоагрегаттарҙан торған 6 блогы бар. 2011 й. 758 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре халҡы һәм пр‑тиелары. 1963 й. ойошторола, 1968 й. ҡеүәте 300 МВт булған тәүге энергия блогы, 1973 й. — икенсе сираты файҙаланыуға тапшырыла, станция ҡеүәте 1800 МВт етә, 1984 й. электр станцияһы юғары көкөртлө мазуттан тәбиғи газға күсерелә. 1992 й. алып “Башкирэнерго” ААЙ филиалы, 2006 й. хәҙ. статусын ала.

Пр‑тиела РФ‑та тәүге тапҡыр ҡаҙандарҙың нейтраль кислородлы һыу- химия эш режимы (1977, йыуҙырыу осоро 10 йылға тиклем арта), энергия блоктарының деаэраторһыҙ схемаһы (1981), ҡаҙандарҙың йылытыу майҙаны өҫтөн быу-һыу-кислород ярҙамында йыуҙырыу (1995) индерелә; турбиналарҙы көйләү системалары өсөн утҡа сыҙамлы май (1973), конденсатор көпшәләрен ултырған юшҡын ҡатламдарынан таҙартыу өсөн юғары баҫым ҡулайламаһы (1978) ҡулланыла. 1968—2011 йй. пр‑тие тарафынан 429,7 млрд кВт•сәғ. электр энергияһы эшләп сығарыла. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981). Пр‑тие м‑н Р.Г.Арыҫланов, Ә.Ғ.Сабирйәнов, В.П.Семавин, Ә.С.Шакиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ш.Ғ.Китабов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке