“ҠАРМАҠ”, рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе‑мөхәррире — М.Ғ.Мәржәни. 1915 й. ғин. 1917 й. сент. тиклем Ырымбур ҡ. айына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Барлығы 60 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә дини фанатизмды, наҙанлыҡты фашлаған фельетондар, шиғырҙар, ш. уҡ әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре, башҡ. һәм татар яҙыусыларының художестволы әҫәрҙәре баҫылған.

Әҙәб.: Гимадиев У.И. Сила сатирического слова. Роль и значение татарских сатирических журналов дооктябрьского периода в развитии национальной литературы. Казань, 1987.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Текст на русском языке