ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1953 й. Балаҡатай р‑нында “Башнефть” берекмәһенең Ҡарлыхан механик ағас-таҡта әҙерләү пункты булараҡ ойошторола, 1962 й. алып “Башлеспром” составында: Ҡ.у.с.х., 1975 й. башлап Мулдаҡай урман сәнәғәте хужалығы составындағы Ҡарлыхан ағас-таҡта әҙерләү пункты, 1976 й. алып Ҡ.у.с.х. — Мулдаҡай урман сәнәғәте хужалығы филиалы, 1978 й. — Ҡ.у.с.х., 1995 й. — ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына ағас әҙерләү (1953 й. нигеҙләнгән), ағас эшкәртеү участкалары, тара цехы (икеһе лә — 1958) ингән. 2003 й. 58 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас‑таҡта, йәшник тараһы, штакетник, утын, штукатура трансаһы, буралар етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке