ҠАРЛЫМАНБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Бәпес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 25 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 312 кеше; 1920 – 372; 1939 – 431; 1959 – 315; 1989 – 179; 2002 – 224; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Дыуан‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үрге Ҡарлыман исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә, исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 5 йортта 24 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта – 169 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ф.Ә.Иҫәнғолов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.