АМАНАТ (ғәр.), 1) килер быуындарға тапшырылған, улар ҡәҙерләп һаҡлаған һәм ихтирам иткән күрһәтмә, өгөт, васыят. 2) Килешеүҙе тәьмин итеү өсөн бирелгән кеше. Башҡорттарҙа аманатлыҡ институты Монгол империяһы заманынан билдәле (Р.Ғ.Кузеев, Ә.Н.Усманов һ.б. фекеренсә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң һәм уны колониялаштырыу башланғандан алып барлыҡҡа килә). Башҡорттарҙан тәүге А. береһе Сураман бей (16 б. уртаһы) була, уның хаҡында бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян һәм үҫәргән ырыуҙары шәжәрәһендә телгә алына (19 б.). Рәсәй хакимиәте аманатлыҡ институтын һуғыш һәм ихтилалдар ваҡытында файҙалана [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.)]. А. итеп, ҡағиҙә булараҡ, абруйлы кешеләрҙең туғандары, даруғанан 12‑шәр кеше алынған; өҫтәмә рәүештә лә йыйғандар. А. Ҡазанда аманат һарайында тотолған, ә 17 б. аҙ. алып — Бөрө, Көңгөр, Минзәлә, Өфө һәм Башҡортостандың башҡа ҡала һәм ҡәлғәләрендә. 1662 й. А. бер өлөшөн язалап үлтереү т‑дағы хәбәр башҡорт ихтилалының (1662—64) көсәйеүенә сәбәп була. А. ғүмеренә хәүеф янауға ҡарамаҫтан, 1681—84 йй. һәм 1704—11 йй. ихтилалдар туҡталмай.1728 й. аманатлыҡты бөтөрөү т‑дағы ғаризаларға яуап итеп, Сенат бөтә А. Өфөгә күсерергә бойора һәм уларҙы эштәрҙә файҙаланыуҙы тыя. Аманатлыҡтың файҙаһыҙлығы [Башҡорт ихтилалы (1735—40) ваҡытында ла күренә] хөкүмәтте был институттан баш тартырға мәжбүр итә. А. т‑да һуңғы тапҡыр Ырымбур губернаһында 18 б. уртаһында телгә алына.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.М.Шәрәфетдинов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.