ҠАРЛЫМАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡырмыҫҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 6 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 542 кеше; 1920 – 694; 1939 – 612; 1959 – 571; 1989 – 541; 2002 – 628; 2010 – 633 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Дыуан-Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Түбәнге Ҡарлыман исеме м‑н нигеҙ һала, 1758 й. алып билдәле. 1795 й. 33 йортта 151 кеше йәшәгән, 1865 й. 52 йортта — 398 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, урман кәсебе, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1939 й. Яңы Ҡарлыман бүлендек ауылы м‑н ҡушылғандан һуң (19—20 бб. араһында) хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Ҡарлыман мәмерйәһе – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ш.Бикҡол ошо ауылда тыуған.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке