ҠАРЛУҒАСТАР (Hirundinidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. 20 заты, 80‑гә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР-ҙа 3 төрө: ауыл ҡарлуғасы, ҡала ҡарлуғасы, яр ҡарлуғасы бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—23 см, ауырлығы 11—25 г. Яр ҡарлуғасының арҡаһы ҡара көрән, ҡорһағы һәм түше аҡ, түшенән арҡыры көрән һыҙат үтә. Ҡала һәм ауыл ҡарлуғасының арҡаһы күк ялтырауыҡлы ҡара төҫтә, ҡорһағы аҡ; ауыл ҡарлуғасының ҡорһағы алһыу ерән ҡуныҡлы, маңлайы һәм тамағы каштан‑ҡыҙыл таплы һәм ҡара һыҙатлы. Суҡышы ҡыҫҡа, ауыҙы ҙур. Ҡанаты оҙон, осло. Ҡойроғо сәнске рәүешле, ауыл ҡарлуғасыныҡы — тәрән уйымлы. Аяғы ҡыҫҡа, ерҙә насар йөрөй. Моногам. Ҡаяла, ҡаралты стеналарында, мәмерйәлә парлап, төркөмләп, колониялар м‑н оялай; ояларын балсыҡтан яһай, үлән һәм төкөрөгө м‑н нығытып ҡуя. Яр ҡарлуғасы текә ярҙа соҡоған өңөндә йәшәй. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, 2—7 аҡ йомортҡа (ауыл ҡарлуғасыныҡы — һоро көрән төрткөлө) һалалар. Инә һәм ата ҡош 12—16 көн баҫа. Һауала тотҡан бөжәктәр м‑н туҡлана. БР‑ҙың бөтә терр‑яһында ла осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.