ҠАРЛУҒАС ҮЛӘНЕ (Vincetoxicum), ҡарлуғас үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки уралыусан, ябай йәки тармаҡлы, бейеклеге 10—120 см. Япрағы ябай, йомортҡа йәки эллипс формаһында, төклө һаплы, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан. Сәскәһе аҡ, йәшел, асыҡ ҡыҙыл, һирәгерәк ҡыҙғылт көрән төҫтә, ваҡ, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, 5 ағзалы, ҡуйындағы сатыр рәүешле сәскәлектәрҙә. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡуш япраҡ, июль—авг. өлгөрә. Ябай ҡарлуғас үләне — йылға ярҙары буйлап, урмандарҙа һәм уларҙың ситтәрендә, дала Ҡ.ү. далаларҙа, далаға әйләнгән тау битләүҙәрендә, ҡарағай урмандарында һәм урман ситтәрендә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Рус Ҡ.ү. Башҡорт ҡурсаулығында ҡыуаҡлыҡтар араһында; һирәк осраған ташлыҡ Ҡ.ү. — мергель битләүҙәрендә (Күгәрсен һәм Көйөргәҙе р‑ндарында ғына табылған), эндемик ара Ҡ.ү. аҡбур яланғаслыҡтарында һәм ташлы далаларҙа үҫә. Декоратив, баллы үҫемлектәр. Ябай ҡарлуғас үләне — ағыулы үҫемлек. Ара Ҡ.ү. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ғ.М.Фазылова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке