ҠАРЛЫМАН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡарлыман а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь коридорҙан ғибәрәт. Оҙонлоғо 269 м, киңлеге 4,3 м, бейеклеге 2,1 м, амплитудаһы 6 м, майҙаны 1153 м2, күләме 1970 м3. Бер‑береһенән 10 м аралыҡта ятҡан 2 ауыҙы (береһе емерелгән) бар. Стеналарында һәм түбәһендә ашалған улаҡтар һәм ҡыуышлыҡтар осрай. Иҙәне балсыҡ м‑н ҡапланған. Т‑раһы 7оС.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.