ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта — Асҡын, көнсығышта — Дыуан, көньяҡта — Нуриман һәм Благовещен, көньяҡ‑көнбайышта — Мишкә, төньяҡ‑көнбайышта Балтас р‑ндары м‑н сиктәш. 1932 й. 20 февр. БАССР‑ҙың Байҡы районы бөтөрөлөү һәм Асҡын, Мишкә р‑ндарын бүлгеләү арҡаһында барлыҡҡа килә (ҡара: Административ район). 1937 й. 20 мартында Ҡ.р. Байҡыбаш районынан айырылып сыға, терр‑яһының бер өлөшө Асҡын р‑ны составына бирелә. 1956 й. 4 июлендә бөтөрөлә, терр‑яһы Байҡыбаш р‑ны составына индерелә, ул 1956 й. 31 авг. Ҡ.р. тип үҙгәртелә. 1963—65 йй. Ҡ.р. составына Асҡын р‑ны терр‑яһы инә. Майҙаны — 3786 км2. Адм. үҙәге — Ҡариҙел а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 220 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) көньяҡ- көнсығышҡа табан 110 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Халҡы (мең кеше): 1939 й. – 24,5; 1959 — 50,2; 1989 – 30,3; 2002 – 28,3; 2010 – 27,9. Милли составы (2002): башҡорттар — 46,4%, татарҙар – 29,2%, урыҫтар – 20,0%, мариҙар — 5,8%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 7,4 кеше/км2. Районда 17 ауыл советы, 99 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Ҡариҙел (6,0 мең кеше), Магинск (1,5 мең), Байҡыбаш (1,1 мең) ауылдары.

Райондың күпселек өлөшө Өфө яйлаһында, көнбайышы — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге ситендә урынлашҡан. Район Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә ята. Терр‑яһы карбонатлы карсҡа дусар. Район терр‑яһында эзбизташ (Байҡы, Битулла), кирбес‑черепица сеймалы: балсыҡ һәм ҡомло балсыҡ (Әртәкүл, Нәһретдин); Ҡушкүл нефть ятҡылығы бар. Климаты уртаса континенталь, һалҡынса. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2°C, ғин. уртаса т‑ра –15,5°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 39°С, абс. миним. –52,2°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 600—650 мм, йылы осорҙа 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Байҡы, Бәрҙәш, Кирҙә, Үреш, Йүрүҙән (Оло Бәрҙәш ҡушылдығы м‑н)  ҡушылдыҡтары м‑н Өфө й.; Павловка һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килтерә. Кәҫле‑карбонатлы тупраҡ, һоро урман тупрағы, көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә. Өлөшләтә икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары м‑н аралашҡан ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандар таралған. Терр‑яның 62,6%‑ы урман м‑н ҡапланған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 80,4 мең га (дөйөм майҙандың 67%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр – 45,7, сабынлыҡтар – 15,7, көтөүлектәр – 19,6; урмандар майҙаны – 235,5, ер өҫтө һыуҙары – 12,3. Район төньяҡ урмандала зонаһына инә. А.х. пр‑тиела- ры [2 АХПК, 14 ЯСЙ, 43 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, картуф, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Һарыҡсылыҡ үҫешкән. “Ҡариҙел урманы” ДУП‑ы, “Уфалеспром” ЯСЙ‑ы һәм 44 ағас әҙерләүсе пр‑тиелар ҙур күләмдә ағас әҙерләү м‑н шөғөлләнә. “БашРЭС— Нефтекамск” (“Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ-ы филиалы), “ГИП—Электро” ЯСЙ-ы, “ТеплоКомСнаб” МУП‑ы, “Монтаж- сервис” ЯСЙ-ы, “Нур” МУП‑ы, “Прогресс” ЯСЙ-ы (икмәк бешереү һ.б.), “Общепит”, “Йүрүҙән” ҡулланыусылар йәмғиәттәре, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, ПМК, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Бөрө—Тастүбә—Һатҡы (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда Көнсығыш иҡтисадиюридик гуманитар академияһының вәкиллеге, Башҡ. иҡт.‑юридик колледжы филиалы, ПУ, 43 дөйөм белем биреү мәктәбе (шуларҙың 19‑ы урта мәктәп), лицей, 29 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге, ДЮСШ; үҙәк район дауаханаһы, 6 амбулатория, 56 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Звёздный” физкультура‑дауалау комплексы (Атамановка а.), Н.Ф.Гастелло ис. балалар спорт‑һауыҡтырыу лагеры; мәҙәниәт йорто, 59 клуб учреждениеһы, 39 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, стадион; “Өс ташбаш” туристик комплексы (Бәрҙәш а.), “Өс айыу янында” туристик базаһы (Яңы Йәнсәйет а.) һ.б. бар. “Караидель” һәм “Хазина” (башҡ. телендә) гәз. сыға.

И.В.Голубченко, Г.Н.Кәбирова

Тәрж. Х.А.Шәрипова

Карта: Ҡариҙел районы

Текст на русском языке