ҠАРҘАҒОШ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 19 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 189 кеше; 1959 – 222; 1989 – 237; 2002 – 263; 2010 – 214 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1921 й. Бөрө кантонында башҡорттар Ҡарҙауыш ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 20 йорт теркәлгән. 30‑сы йй. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке