АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙ. БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑фин һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт акад. тамамлаған (Кострома ҡ., 1943). 1939—40 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта, 1943—45 йй. Балтик буйы, 3‑сө һәм 4‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армияның 91‑се мотоуҡсылар див. 561‑се мотоуҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1940 й. февр.‑мартында Выборг ҡ. янында күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1973 й. отставкала. Ленин (1940), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1955, 1968) орд., сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018