ҠАРГИҘӘРҘӘР СПОРТЫ, мотоспорт төрө, ҡаргиҙәр кросында, кантри‑кросында (тигеҙһеҙ урында түңәрәк буйлап уҙышыу) һ.б. ҡаргиҙәрҙәрҙә ярыштар.

1990 й. Башҡортостанда Өфөнөң Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионында СССР, Канада һәм АҠШ уҙышсылары ҡатнашлығында Ҡ.с. б‑са “Дуҫлыҡ” кубогына тәүге ярыштар үтә. 1991 й. алып республика спортсмендары бөтә Рәсәй ярыштарында сығыш яһай башлай. Өфөлә чемпионаттар һәм Рәсәй беренселектәре үткәрелә (1993—94, 1998—99, 2001—04). ӨМЭПБ командаһы — Рәсәй чемпионы (1994, 1999, 2000), Рәсәй чемпионаттарының  көмөш (2003) һәм бронза (1995, 2002, 2004—05 ) призёры.

БР уҙышсылары араһында ҡаргиҙәр кросында түбәндәге спортсылар юғары ҡаҙаныштарға өлгәшә: К.Лифанцев — Мәскәүҙә үткән халыҡ‑ара ярыштарҙың Рәсәй чемпионы һәм бронза призёры (икеһе лә — 1992), П.Назаров — Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1992), Т.Р.Вәлиев — Рәсәй чемпионы (1994, 1999), В.А.Елисеев — Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1994), А.В.Галяпо (1998, 2000) һәм Д.Ф.Тимерханов (1999) — Рәсәй чемпионаттарының көмөш призёрҙары, В.В.Герасимов — Рәсәй чемпионы (2000, 2006); тректағы уҙыштарҙа А.Л.Левицкий — Рәсәй чемпионы (2 тапҡыр, 2006), Рәсәй Кубогын яулаусы (2005), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2004). Өфөлә ӨМЭПБ‑ның “Оҫта” балалар ижады үҙәге эргәһендә Ҡ.с. секцияһы эшләй, Инорс микрорайонында ҡаргиҙәр трассаһы бар.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.