ҠАРГИҘӘР, ҡар һәм боҙ өҫтөндә йөрөү өсөн ер өҫтө транспорт сараһы. Киң сылбырҙар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә һәм башлыса машинаның алғы өлөшөндә торған ике саңғы табаны м‑н идара ителә. Сылбырҙары резинанан йәки композициялы материалдарҙан, корпусы алюмин иретмәләренән, ҡорос йәки быяла пластиктан яһала. Көс сығанағы итеп эске яныулы двигатель файҙаланыла. Транспорт (кеше йөрөтөү, йөк ташыу өсөн), туристик (ҡышҡы ял өсөн), спорт (ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн), универсаль Ҡ. айырыла.

Башҡортостанда 1991—2008 йй. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә төрлө модификациялы 18 меңгә яҡын Ҡ. сығарыла: универсаль (ике урынлы) “Рысь” Ҡ., 2003 й. башлап — “Рысь 500М”, “Рысь 500МП” (тиҙлеген 75 км/сәғ. тиклем еткерә һәм 250 кг тиклем тағылманы һөйрәй ала) моделдәре; “Рысь-спорт” (бер урынлы) спорт Ҡ. (махсус артҡы аҫылмаһы, ҡыҫҡараҡ сылбыры һәм 2 гидравлик амортизаторы бар, тотороҡлолоғо һәм манёврлылығы юғары, тиҙлеге 105 км/сәғ. тиклем етә). Ҡ. алғы яғында урынлашҡан двигателе, шыумалы рельс аҫылмаһы м‑н ҡарышлауыҡлы йөрөткөсө һәм 2 таянғыс‑боролғос саңғыһы бар. Һауа т‑раһы 5˚С алып −49˚С тиклем булғанда файҙаланырға мөмкин. Һауа м‑н мәжбүри һыуытыла торған 2 тактлы 2 цилиндрлы карбюраторлы двигатель ҡулланыла; эскә урынлаштырылған ҡул стартеры һәм электронлы контактһыҙ тоҡандырыу системаһы бар. 2000 йй. башында Авиация техник университетында (Ю.А.Афанасьев, Ф.Р.Исмәғилев, Е.А.Полихач) “Буран”, “Рысь”, “Тайга” Ҡ. ҡабыҙыу системалары өсөн даими магнитлы контактһыҙ генераторҙар уйлап табыла.

А.А.Савасин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке