ҠАРҒАЛЫБАШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Ҡарғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Благовар т. юл ст. К.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 2870 кеше; 1939 – 463; 1959 – 190; 1989 – 157; 2002 – 219; 2010 – 199 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1914 й. һуң Бәләбәй өйәҙендә Яңы Ҡарғалы а. (хәҙ. Үрге Ҡарғалы а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. Халҡы 1920 й. Баҡса, Ҡарғалытамаҡ ҡасабалары, Үрге һәм Түбәнге Ҡарғалы аа. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 1925 й. 82 йорт теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке