ҠАРҒАЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта Ҡарғалы й. (Кеүәш й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 465 кеше; 1920 – 618; 1939 – 497; 1959 – 495; 1989 – 199; 2002 – 196; 2010 – 161 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Туҙлыҡыуыш урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1712 й. алып билдәле. 18 б. 60‑сы йй. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 9 йортта 86 кеше йәшәгән, 1865 й. (Иҫке Ҡарғалы исеме м‑н теркәлгән) 34 йортта – 207 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. М.М.Ғатауллин, Х.К.Зарипов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке