ҠАРҒАЛЫ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Һүрәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 54 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 108 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 181 кеше; 1939 – 235; 1959 – 213; 1989 – 181; 2002 – 217; 2010 – 186 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға 20 б. башында Орск өйәҙендәЫрымбур өйәҙенең Ҡарғалы а. кешеләре Яңы Ҡарғалы исеме м‑н нигеҙ һала. 20‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә. 2006 й. Ҡ. Үрге Бикбирҙе һәм Ҡойобар аа. (1908 й. һәм 1911 й. нигеҙләнгәндәр) ҡушылған.  

 

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов