ҠАРҒАЛЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. урынлашҡан. 1886 й. ир балалар земство мәктәбе булараҡ асыла. 1911 й. алып ҡала училищеһы. 1918 й. ҡыҙ балалар земство мәктәбе (1903 й. нигеҙләнгән) м‑н берләштерелә, 1932 й. башлап башланғыс, 1935 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, мәктәп яны участкаһы бар. 1914 й. алып мәктәпте 7 меңгә яҡын кеше тамамлаған (2012), улар араһында З.Д.Йәнекәев, Р.И.Килмәмәтов. Мәктәп бинаһына уны тамамлаусылар Ә.Еники (2004), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ә.С.Йәнекәев (2005), Ғ.Н.Тереғолов һәм И.Н.Ниғмәтуллинға (икеһе лә — 2006) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Благоварская земля: годы и люди. Уфа, 2005.

Г.В.Килмәмәтова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке