ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ, 1746— 1920 йй. Ҡарғалы биҫтәһендә (ҡара: Сәйет биҫтәһе) эшләгән мосолман мәктәптәре комплексы. Биҫтәләге тәүге мәҙрәсә 1746 й. 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә һалына. Биҫтәлә яңы мәсеттәр төҙөлөү м‑н (сауҙагәрҙәр һәм диндарҙар аҡсаһына) уларҙың эргәләрендә мәҙрәсәләр ҙә асыла. Биҫтәлә 19 б. аҙ. – 9, 1913 й. 10 мәҙрәсә була.

Ҡ.м. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, Урта Азия тибындағы уҡыу йорто иҫәпләнә һәм уҡытҡанда схоластик традицияларға таяна. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мәсеттәрҙең имам‑хатиптары һәм Бохара, Сәмәрҡәнд һ.б. мәҙрәсәләрҙә (ҡара: Ҡәҙимселек) курс тамамлаған мөҙәристәр етәкселек итә, улар араһында Ә.Ҡарғалы, Һ.С.Сәлихов, ш. уҡ сығыштары м‑н билдәле ислам үҙәктәре Харәзмдән Ишнияз бине Ширнияз (?—1791) һәм Бағдадтан Вәлитдин бине Хәсән (1747—1831). Мәҙрәсә хәйриә аҡсаһына тотола. Уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсы – 7—10 йыл. Уҡыу программаһына традицион дин ғилеме предметтары (Ҡөрьән, хәҙистәр, мосолман догматикаһы һәм этикаһы, фикһ, логика), ш. уҡ ғәрәп теле, фарсы теле, төрки теле һ.б. дәрестәр ингән; 19 б. аҙ. алып ҡайһы бер мәҙрәсәләрҙә урыҫ теле уҡытылған.

Ҡ.м. мулла һәм мөҙәрис булып эшләүселәр өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ойошторола. 19 б. аҙ. 9 мәҙрәсәлә – 700, 1913 й. 10 мәҙрәсәлә 498 шәкерт уҡый. 1895 й. алып Ырымбур сауҙагәре А. (Ғәни) М.Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйеновтар) инициативаһы һәм ярҙамы м‑н Ҡ.м. яңы ысул (ҡара: Йәдитселек) м‑н уҡытыуға күсереү ойошторола. 1900—01 йй. мәҙрәсәләрҙең береһендә яңы ысуллы мәктәптәр өсөн уҡытыусылар әҙерләү б‑са Ф.Кәрими етәкс. бөтә Рәсәй пед. курстары эшләй. 1913 й. ҡарата 4 мәҙрәсәлә (1‑се, 2‑се, 5‑се һәм 9‑сы мәсеттәр эргәһендә) өлөшләтә генә яңы ысул м‑н уҡытыу индерелә, Ҡ.м. күбеһе иҫке, дини‑схоластик нигеҙҙә уҡытыуҙы дауам итә. Ҡ.м. 1919—20 йй. ябыла.

Әҙәб.: Фәхретдин Р. Сагыйд. Казан, 1897.

М.Н.Фархшатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.