ҠАРҒАЛЫ Әбелмәних (ысын исеме Ғәбдессәләмов Әбелмәних Әбделфәиз улы; 1782, Ырымбур губ. ш. уҡ өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — яҡынса 1833, шунда уҡ), суфый шағир. Ахун ғаиләһенән. Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә, Бохара ҡ. мәҙрәсәһендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. 1816—17 йй. Бохара әмире һарайында дипломатик хеҙмәттә була. Ҡ. 2200 юлдан торған 20 шиғыры һаҡланған: “Сәхрәлә”, “Латифа”, “Шикәйәт”, “Сәйәхәтнамә” һ.б. Әҫәрҙәрендә шағир байлыҡ власына ҡаршы сыға, ҡомһоҙлоҡто, мәрхәмәтһеҙлекте, наҙанлыҡты, ике йөҙлөлөктө тәнҡитләй, ябайлыҡты һәм инсафлылыҡты данлай. Ҡ. иң мөһим әҫәре — “Тәржемәи хажи Әбелмәних әл‑бистәүиәс Сәғиди” (1845; “Сәйет биҫтәһе хажийы Әбелмәнихтең тәржемәләре”), унда Ҡөрьәндән алынған риүәйәттәрҙең һәм хәҙистәрҙең шиғри тәржемәләре, шағирҙың үҙенең әҫәрҙәре (шиғри сәйәхәтнамәләре, мәҙхиә, мәктүб, мөнәжәттәр һ.б.) ингән. Ҡ. айырым әҫәрҙәре “Өммикамал китабы” (1884) йыйынтығында һ.б. баҫылған. Ҡулъяҙмалары Ғилми архивта, Ҡазан, С.‑Петербург архивтарында һаҡлана. Ҡ. шиғриәте мотивтары Ш.Зәки, Һ.С.Сәлихов һ.б. әҫәрҙәрендә сағылыш таба.

Әҫәрҙ.: Шиғырҙар //Башҡорт шиғриәте антологияһы. Боронғонан алып ХХ быуат аҙағына тиклемге осор. Өфө, 2001; Хикәйәттәр //Башҡорт әҙәбиәте антологияһы 2 томда. 2-се т. Өфө, 2007.

Әҙәб.: Шәрипова З.Я. Башҡорт әҙәби фекере. Өфө, 2008; ҠунафинҒ.С. Замандарҙың рухи балҡышы: Әҙәбиәт теорияһы, тарихи поэтика мәсьәләләре, ижади портреттар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. Өфө, 2006.

З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке