АЛЯБЬЕВ Александр Александрович (15.8.1787, Тубыл ҡ. — 6.3.1851, Мәскәү), композитор. 1812 й. Ватан һуғышында ҡатнашыусы. А. ижады классицизм осорона тиклемге урыҫ музыкаһы формалашыуының мөһим этабын тәшкил итә. Урыҫ вокаль лирикаһының танылған оҫтаһы, 150‑нән ашыу, ш. иҫ. А.С.Пушкин шиғырҙарына, романстар авторы. Композитор әҫәрҙәре араһында опералар, балеттар, симфоник һәм камера‑инструменталь музыка. А. урыҫ муз. ориентализмына нигеҙ һала, Кавказ, Урта Азия һәм Көньяҡ Урал халыҡтарының муз. фольклорын файҙаланып, бер нисә әҫ. ижад итә. А. 1833—35 йй. Ырымбурҙа һөргөндә сағында В.А.Перовский, В.И.Даль һ.б. ингән әҙәби‑муз. түңәрәк ағзалары м‑н аралаша. Башҡ. халыҡ муз. нигеҙендә “Азия йырҙары” (“Азиатские песни”) вокаль циклын, Башҡ. увертюраһын ижад итә. Башҡ. халыҡ көйҙәрен А. “Әммәләт бей” (“Аммалат‑бек”) операһында Салтанат арияһына нигеҙ итеп ала. А. башҡ. халыҡ көйҙәрен, ш. иҫ., фаразланыуынса, Салауат Юлаев т‑дағы йырҙарҙы, тәү башлап нотаға һалыусы (“Татар йырҙары” — “Татарские песни” йыйынтығы, баҫылмаған).

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Е.К.Карпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке