ҠАРҒА, Мишкә р‑нындағы ауыл, Ҡайраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Алпыяҙ й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 649 кеше; 1920 – 652; 1939 – 676; 1959 – 741; 1989 – 563; 2002 – 540; 2010 – 556 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Һуңынан бында ш. уҡ шарттарҙа мариҙарҙың яңы төркөмө күсеп килә һәм Яңы Ҡарға а. нигеҙ һала. 1865 й. Яңы Ҡарға а. 25 йортта 157 кеше йәшәгән, Иҫке Ҡарға а. 17 йортта – 112 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. Яңы Ҡарғала 62 йортта 337 кеше йәшәгән (бакалея кибете була), Иҫке Ҡарғала 46 йортта – 312 кеше (һыу тирмәне, бакалея кибете). 50‑се йй. аҙ. ике ауыл хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпләнә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.