ҠАРҒА КҮҘЕ (Paris), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда дүрт япраҡлы Ҡ.к. үҫә. Оҙон һырылыусы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—40 см. Япрағы (һаны — 4) киң эллипс формаһында, өҫкө өлөшөндә ҡыҫҡа итеп осланған, ултырма тиерлек, сәскә аҫтында, таҡыяла урынлашҡан. Сәскәһе яңғыҙ, һабаҡ осонда урынлашҡан. Сәскә эргәлеге 2 әйләнәлә урынлашҡан 8 япраҡсанан тора: тышҡылары — йәшел, эскеләре — һарғылт йәшел. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡарағусҡыл төҫтәге күп орлоҡло еләк, июлдә өлгөрә. Башлыса күләгәле һәм дымлы урмандарҙа үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ағыулы үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.