ҠАРАЯР, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Ҡараяр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 190 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында Павловка һыуһаҡлағысы янында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 933 кеше; 1989 — 912; 2002 — 729; 2010 — 751 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Умырзая” башҡ. халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, мәсет бар.

20 б. 50‑се йй. Павловка ГЭС-ын төҙөгән ваҡытта элекке Ҡараяр пристане урынында ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына (1896 й. 5 йортта 25 ир‑ат иҫәпкә алынған). 2005 й. хәҙ. статусын ала. Ф.С.Нуриәхмәтов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.