ҠАРАЯҠУП ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 8—9 бб. ҡарай. Шишмә р‑ны Ҡара Яҡуп а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1952 й. И.А.Талицкая тарафынан асыла, 1962 й. һәм 1967 й. БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г.И.Матвеева) өйрәнә. Майҙаны 2300 м2, 568 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ 2 тупраҡ ур (киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡорҙар м‑н нығытылған. Эске ур таш нигеҙгә ҡоролған, тыштан — таш, өҫтән — текә ҡойма, тышҡы соҡорҙоң яҡтары ситән м‑н нығытылған. Керамика тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, ҡыя селтәр, бәләкәй генә соҡорло һәм ҡабарынҡы биҙәк баҫылған, ауыҙы тирәләй һырҙар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡаласыҡта баҡыр таралғы һәм бил ҡайыштарын биҙәү тәңкәләре, балсыҡтан эшләнгән сүмес һәм орсоҡбаш, тимер бысаҡ, балыҡ ҡармаҡтары, ҡалаҡ яһау ҡоралы, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тирмән таштары, ш. уҡ борай бөртөктәре, хайуан һөйәктәре табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгән. Ҡ.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Матвеева Г.И. Памятники кара-якуповского типа в Приуралье //Из истории Среднего Поволжья и Приуралья. Куйбышев, 1975. Вып.5.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке