ҠАРАНЙЫЛҒА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 60 км һәм Аҡкүл т. юл ст. 74 км алыҫлыҡта Ҡаранйылға (Мәндем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 362 кеше; 1920 — 463; 1939 — 530; 1959 — 390; 1989 — 291; 2002 — 308; 2010 — 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Сәйетбаба урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Кейекбаев Ж. музейы бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 18 йортта 81 кеше йәшәгән, 1865 й. 40 йортта — 282 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ағас һауыт-һаба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған. Ж.Ғ.Кейекбаев ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке