ҠАРАУЫЛТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Маҡар а. көнбайышҡа табан 1,2 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) уң ярында, Ишембай заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 250 м. Оҙонса формала, текә битләүҙәре террасалап эшкәртелгән, ҡарағайҙар ултыртылған. Әртә ярусы тоҡомдарынан тора. Ландшафы һоро урман тупрағындағы болонло һәм ҡыуаҡлы  далаларҙан, киң япраҡлы урмандарҙан тора. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән йомшаҡ ҡылған осрай. Риүәйәт б‑са, тауҙа яҡынлашып килгән дошмандарҙы күҙәтеү өсөн ҡарауыл торған.

Ә.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.